Һайланған мәҡәлә
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания , Швеция һәм Норвегияла , X —XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла , ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы… :
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл ) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР -ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы ) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан .
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә , Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
31 май юбилярҙары
Ремезов Николай Владимирович (1855—14.11.1915), Рәсәй империяһының дәүләт чиновнигы, яҙыусы , публицист. 1873 йылдан Өфө губернаһының крәҫтиән эштәре буйынса присутствиеһында ер үлсәүсе, 1880—1881 йылдарҙа М. Е. Ковалевский етәкселегендәге Өфө губерна ревизияһын үткәреүҙә ҡатнашыусы. «Очерки из жизни дикой Башкирии»; 1—3-сө китап; 1887—1900), «Землевладение в Уфимской губернии. Краткий исторический обзор образования, дробления и распределения в ней поземельной собственности»; 1889) хеҙмәттәре авторы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
Солтанаев Хәмит Рахман улы (1900—26.04.1994), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп эшмәкәре. 1935—1974 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1945 йылға тиклем, 1948—1951 һәм 1959—1971 йылдарҙа — ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире, 1945—1948 һәм 1951—1959 йылдарҙа — институт директорының уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1940). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1960). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылынан.
Волкова Маргарита Андреевна (1930—2.03.2009), инженер -технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1953 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан — смена начальнигы, 1961 йылдан — өлкән инженер-технолог, 1963 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1974—1985 йылдарҙа — бүлек начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). СССР -ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһе Шадрин районы Неонилинский ауылынан.
Панов Павел Александрович (1950), рәссам. 1977—2012 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының биҙәүсе рәссамы, телевидениеның рәссам-ҡуйыусыһы һәм баш рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан .
Герасимова Лариса Павловна (1960), ғалим-стоматолог , юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһының, 1999 йылдан Республика стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире; 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан терапевтик стоматология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфөләге «Дентал Студия» стоматология клиникаһы директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009). Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһенең ҡала тибындағы Локоть ҡасабаһынан.
Данилко Елена Сергеевна (1970), ғалим-тарихсы . Тарих фәндәре докторы (2007). 2002 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институты хеҙмәткәре, 2007 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — этнографик ғилми белем биреү үҙәге мөдире.